Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 12:14

Шишмәләр Алкин һалдаттарына гуманитар ярҙам йыя

Өсөнсө гуманитар конвой яҡынса ике аҙнанан юлға сығасаҡ.

Шишмәләр Алкин һалдаттарына гуманитар ярҙам йыя
Шишмәләр Алкин һалдаттарына гуманитар ярҙам йыя

Украиналағы махсус хәрби операцияла Шишмә районының Алкин – 2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы ҡатнаша. Урман ауылы биләмәһе башлығы Ринат Күлбаев социаль селтәрҙә халыҡҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

– Һалдаттарға еңелдән түгел. Беҙҙең бригада өсөн гуманитар ярҙам йыйырға тәҡдим итәм. Машина ике аҙнанан юлға сығасаҡ, – тип белдерә ауыл биләмәһе башлығы.

Һалдаттарға шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, таҫтамал, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек йыйыу һәм шулай уҡ хаттар яҙыу тәҡдим ителә.

Гуманитар ярҙам йыйыу пункты – Алкин – 2 ауылы, Үҙәк урам, 1/1/ й.

  

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: