Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 20:50

Сәхнәлә икенсе артист сығыш яһағанда уның янына Радик Юлъяҡшин йүгереп барып сыҡҡан...

Башлыҡтың мәҙәниәт буйынса ярҙамсыһы менән нимә булған?

Сәхнәлә икенсе артист  сығыш яһағанда уның янына Радик Юлъяҡшин йүгереп барып сыҡҡан...
Сәхнәлә икенсе артист сығыш яһағанда уның янына Радик Юлъяҡшин йүгереп барып сыҡҡан...

Баҡтиһәң, йәш артист коллегаһына сюрприз эшләгән икән.

«Випапрт» продюсер үҙәге социаль селтәрҙәрендә ҡыҙыҡлы видеояҙма һалынған. Айҙар Ғәлимов Яр Саллыла концерт ҡуйған мәлдә, һуңғы йыр менән сығыш яһаған ваҡытта, сәхнәгә микрофон тотоп Радик Юлъяҡшин йүгереп килеп сыға. Был Айҙар Ғәлимов өсөн көтөлмәгән осрашыу булһа ла йырсылар йылы итеп күрешә һәм «Моңдар ҡайтһын ауылға» йырын бергәләп йырлап бөтә.
Һуңғы бер нисә көндә Юлъяҡшиндың эш графигы бик тығыҙ. Уҙған йомала ул Өфөлә концерт-митингта сығыш яһай, һуңынан ошо уҡ көндә Яр Саллыла концерт ҡуя. Әйткәндәй, был ҡалала ул 18-22 мартҡа тиклем биш көн рәттән сығыш яһай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: