-4 °С
Ҡар
Өфөлә күп фатирлы йорттоң подвалында ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тәфтиш алды тикшереүе уҙғара. Фаразланыуынса, һәләк булған кешенең аныҡ йәшәү урыны юҡ, тип яҙа «Башинформ». Тәфтишселәр уның шәхесен асыҡлау менән шөғөлләнә. Шулай уҡ үлем осраҡтарының криминаль булмауы хаҡында хәбәр ителә. Уның кәүҙәһен коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре таба. Фото: Т. Аманов