-4 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Рауил ауылындағы балалар йортонда ҡот осҡос хәл теркәлгән. Бында 13-15 йәштәрҙәге ике ҡыҙ антисептик эсеп ағыуланған.
Үҫмерҙәр Асҡар үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Улар реанимация бүлегенә урынлаштырылды, әлеге ваҡытта һаулыҡтарына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, тип белдерә гәзитебеҙҙең үҙ сығанағы.
Күптән түгел ошо уҡ балалар йортонан ике үҫмер төндә ҡасып дауаханаға эләккәйне. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолдо.