Был бәхетһеҙ осраҡ хаҡында матбуғат баҫмалары хәбәр иткәйне. 3-сө синыф уҡыусыһы тыуған көнөн билдәләй. 39 йәшлек атаһы улына бүләк эшләмәксе булыптыр, икәүләп һунарға сығалар. Урман буйлап барғанда атаһының мылтығы ботаҡҡа эләгә, уны төшөрөп ебәрмәҫ өсөн тотам тигәнсә, атай кеше яңылыш мылтыҡтың тәтеһенә баҫа. Һөҙөмтәлә пуля малайҙың һул яҡ яурынына эләгә.
Малайҙы ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар. Октябрьский ҡалаһына Өфөнән дә бер нисә тәжрибәле хирург килә. Малайға ҡулын ампутациялау хәүефе янай, әммә табиптар уны һаҡлап ҡалыу өсөн ҡатмарлы операция эшләргә ҡарар итә.
Бөгөн иһә был хәл тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Нейрохирург, ҡан тамырҙары хирургы, ортопед-травматологтар ҡатнашлығында тәжрибәле табиптар бригадаһы тарафынан эшләнгән операция уңышлы үтә. Әлеге ваҡытта малай зыян күргән ҡулының бармаҡтары менән хәрәкәт итә ала, был иһә яйлап ҡына ҡулы “терелә” тигән һүҙ.
Фото: Башинформ.