"Петон механизация" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (ул Петон технология инжиниринг холдингына инә) "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡушылған. Шулай итеп, проектта республиканың 130 предприятиеһы ҡатнаша.
- Был проект предприятие өсөн мөһим, сөнки компания компетенцияһын үҫтереүгә һәм хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ Башҡортостан предприятиеларының конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, - тип белдерә "Петон механизация"ның генераль директоры Илдар Яфаев.
Әйткәндәй, "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектына "Петон Констракшн" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тә ингән.
- Килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика хөкүмәте милли проект сараларын әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда предприятиеларға мәғлүмәти, консультацион, методологик ярҙам күрһәтә, һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә баһа бирә. Предприятиела берәй төрлө продукт һайлап алына һәм юғары күрһәткесле етештереү ағымы өлгөһө булдырыла, предприятие белгестәренең квалификацияһын арттырыу буйынса эш алып барыла, тәжрибәне уртаҡлашыу өсөн предприятие хеҙмәткәрҙәренән "үҙгәрештәр индереү командаһы" төҙөлә, - тип һөйләне БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.