Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 09:17

Берҙәм көс менән

Салауат ҡалаһында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса эш барышы күҙгә күренә - Ағиҙел яры буйы һиҙелерлек үҙгәрҙе.

Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән
Ҡала халҡына ял итергә бик матур урын буласаҡ. Дүрт павильон стритфуд, йәғни туҡланыу урыны әҙерләнә. Йәй көнө бында халыҡ шығырым тулы булыр, тип көтөлә. Дизайн-проектты бергә һайлағандар. Әйткәндәй, халыҡ үҙе лә яр буйын төҙөкләндереүгә әүҙем ҡушыла: ҡар көрәү буйынса өмәгә лә сыҡҡандар. 
 
Хәҙер ҡар иреү менән эштәр тағы ла йәнләнәсәк. Һөҙөмтәлә, яр буйы һәр кемде тартып торасаҡ.
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.
 
 
Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: