Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 18:26

Бер үк тырмаға ике тапҡыр...

Нефтекамала йәшәгән 53 йәшлек ҡатын уҙған йылдың йәйендә интернетта өҫтәмә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп, муттар тоҙағына эләккән - ялған брокер менән һөйләшкәндән һуң "инвестиция фондына" 350 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсергән. Өҫтәмә табыштың "т" хәрефен дә күрмәгән, әлбиттә. Ә яңыраҡ уға билдәһеҙ ҡатын, йәнәһе лә, "бәхәстәрҙе көйләү компанияһы хеҙмәткәре", шылтыратып, ни өсөн быға тиклем инвестициялаған аҡсағыҙҙы кире ҡайтарып алмайһығыҙ, тип һораған. Шылтыратыусы бөтә шәхси мәғлүмәттәрҙе лә, фондҡа күсерелгән аҡса суммаһын да белеп һөйләшкәс, ҡатын уяулығын юғалтып, әңгәмәне дауам иткән. 

Бер үк тырмаға ике тапҡыр...
Бер үк тырмаға ике тапҡыр...

Мутбисә аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн тағы 395 мең һум аҡса күсерергә кәрәклеген әйткәс тә, ҡатын һиҫкәнмәгән - шул сумманы өлөшләтә күсергән. Аҡсалар күсеп бөтөү менән "бәхәстәрҙе көйләү компанияһы хеҙмәткәре" юғалған.

Был факт буйынса енәйәт эш асылған, тип яҙа Нефтекаманан Сөмбөл Вәлиева.

Ҡайһы бер кешеләр өсөнсө тапҡыр алданһа ла, аптырамаҫһың...

Ә башҡаларға: зинһар, һаҡ булығыҙ, тибеҙ. Муттар аҡсаны кире ҡайтарырға тәҡдим итеп шылтыратһа - ышана күрмәгеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: