Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 15:37

Башҡортостандың йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге Рәсәйҙең тиҫтәләрсә төбәгенән хеҙмәттәштәрен стажировкаға ҡабул итә

22-24 мартта Өфөгә Санкт-Петербург ҡалаһы, Ҡурған, Кострома, Омск, Ленинград, Волгоград, Киров, Ярославль, Брянск, Липецк, Рязань, Псков, Нижегородка, Новгород өлкәләре, Приморье крайы, Марий Эл, Бүрәт, Алтай, Удмурт республикалары вәкилдәре киләсәк. Улар Башҡортостандың йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре менән танышасаҡ.

Башҡортостандың йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге Рәсәйҙең тиҫтәләрсә төбәгенән хеҙмәттәштәрен стажировкаға ҡабул итә
Башҡортостандың йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге Рәсәйҙең тиҫтәләрсә төбәгенән хеҙмәттәштәрен стажировкаға ҡабул итә

Программаға шулай уҡ Өфө технология һәм дизайн колледжы, Өфө күп профилле профессиональ колледжы һәм Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы буйлап экскурсия ла индерелгән.

- Башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәребеҙҙең тәжрибәһе менән танышыу маҡсаттарға ирешеүҙең яңы һөҙөмтәле инструменттарын булдырырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: