Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 10:48

Башҡортостан шифаханалары туристик кэшбек программаһына ҡушылды

“Ростуризм” былтыр ҙа юлламаларҙың хаҡын төрлө процентта кире ҡайтарыу акцияһы ойошторғайны. Был быйыл 15 марттан тағы дауам итә.

Башҡортостан шифаханалары туристик кэшбек программаһына ҡушылды
Башҡортостан шифаханалары туристик кэшбек программаһына ҡушылды

Беҙҙең республиканың ете шифаханаһы программаға ҡушылды. Улар: “Яҡтыкүл”, ”Ҡарағай”, ”Йоматау”, ”Березки”, ”Красноусольск”, ”Йәшел сауҡалыҡ” һәм ”Асы”. Әйткәндәй, исемлектең киңәйеүе көтөлә.

Туристик кешбэктың асылы шунда: Рәсәй буйлап сәйәхәт иткәндә юллама хаҡының 20 процентына тиклем кире ҡайтарырға мөмкин. Тик 20 мең һумдан да ашыуыраҡ түгел. Сәфәргә 15 марттан 1 июлгәсә сығыу шарты менән тур хаҡының бер өлөшөн алыу өсөн 1 майғаса һатып алырға кәрәк. Шифаханала, отелдә йә ҡунаҡханала кәм тигәндә ике төн ҡалырға. Иң мөһиме – кешбэк алыу өсөн турҙы мирпутешествий.рф сайты аша һатып алырға һәм “Мир” картаһы менән иҫәпләшергә.

Былтыр программала 1,7 миллион Рәсәй кешеһе ҡатнашҡан. Улар ялға дөйөм 34 миллиард һум аҡса тотонған һәм 6,7 миллиардын кешбэк рәүешендә кире ҡайтарған. Быйыл әлегә 800 кеше аҡсаһының процентын алған.

Фото: vk.com

Башҡортостан шифаханалары туристик кэшбек программаһына ҡушылды
Башҡортостан шифаханалары туристик кэшбек программаһына ҡушылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: