Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 16:19

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап тапҡан

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге тикшеренеүселәре, Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты ғалимдары коллективы «Агровит - NS» наноүлсәмле көкөрт нигеҙендә яңы универсаль минераль экологик хәүефһеҙ ашлама булдырған.  

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап тапҡан
Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап тапҡан

Ашлама иртә стадияла үҫемлектәрҙең үҫеүен стимуллаштыра һәм уларҙы ауырыуҙарҙан һаҡлай. Уның мөһим өҫтөнлөктәренең береһе - бойҙай һәм башҡа культураларҙың аҡһым миҡдарын арттыра, бының һөҙөмтәһендә нитраттарҙы аҡһымлы азотҡа әйләндерәләр һәм теләһә ниндәй ҡый үләндәрен экологик хәүефһеҙ ысул менән юҡ итәләр.
– «Агровит – NS»-ның  мөһим өҫтөнлөгө - ул, тик ватан сеймалын файҙаланып, инновацион продукт етештереү, – тип аңлатма бирә Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин. Шулай итеп, ғалимдарыбыҙ, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы, агросәнәғәт паркын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Уңышлы баҫыу һынауҙары Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында һәм Төркиәлә үткәрелгән. Проект һөҙөмтәләре ғилми журналдарҙа баҫылып сыҡҡан.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: