Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 13:35

«Балалар быйма, өҫ кейемендә йөрөргә мәжбүр...»

ЦУР Благовар районындағы балалар баҡсаһын төҙөкләндерергә ярҙам иткән.

«Балалар быйма, өҫ кейемендә йөрөргә мәжбүр...»
«Балалар быйма, өҫ кейемендә йөрөргә мәжбүр...»

«Балалар быйма, өҫ кейемендә йөрөргә мәжбүр. Ошо арҡала йыш ауырыйҙар. Ә ата-әсәләр бер ни хәл итә алмай, эшкә йөрөргә кәрәк, улар балаларын һыуыҡ баҡсаға ҡалдырырға мәжбүр!»

Ошондай эстәлекле әсенеүле яҙма ЦУР хеҙмәткәрҙәре ҡулына килеп эләгә. Уны Благовар районының Беренсе Май ауылынан Айһылыу Абдуллина социаль селтәрҙә яҙа. Хеҙмәткәрҙәр яҙманы Благовар районы башлығына юллай.

Урындағы хакимиәт балалар баҡсаһына капиталь ремонт эшләтә. 15 мартҡа эштәр тамамланған, хәҙер балалар баҡсаһында йылы, сабыйҙар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар бар.

#ЦУРБашкортостана #решаемвместе

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: