Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 21:00

Бәләкәс сабый ҡомаҡ ағыуын ашаған

Был хәл буйынса тикшереү эше башланған.

Бәләкәс сабый ҡомаҡ ағыуын ашаған
Бәләкәс сабый ҡомаҡ ағыуын ашаған

Тәфтиш комитетынан асыҡлауҙарынса, бала 20 мартта өләсәһендә ҡунаҡта булған, унда өйҙә сысҡандарға ҡаршы көрәштә ҡулланылған ҡомаҡ ағыуы менән икмәк ашаған. Сабыйҙы дауаханаға оҙатҡандар, уға тәүге ярҙам күрһәткәндәр. Хәҙер уның ғүмеренә бер ни ҙә янамай.

Тәфтишселәр ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен асыҡлай, баланың ата-әсәһенән һәм башҡа туғандарынан һорау ала. Шулай уҡ улар уны медицина тикшереүе үткәрергә, ғаиләнең торлаҡ-көнкүреш шарттарын тикшерергә тейеш.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: