Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2022, 07:00

Юл өйрәттеләр...

Бер ваҡыт серәкәй себенде осратып, былай тип һораған:

– Бында яҡын-тирәлә сәскәләр бармы?

– Сәскә тураһында бер нәмә лә әйтә алмайым, уның ҡарауы, буш консерва банкалары, тиреҫ, бысраҡлыҡ, соҡор-саҡырҙағы ҡалдыҡтар был тирәлә туп-тулы. Йәнең теләгәнен һайлап ал. Һин уларҙы мотлаҡ күрергә тейешһең, – тип себен үҙе йөрөгән сүплектәрҙе бик тәфсирләп һанап киткән.

Серәкәй, нишләһен, себен күрһәткән тарафҡа осҡан. Ул юлында бал ҡортон осратҡан да, йәнә юл һорашҡан:

– Һин был тирәләрҙә сүплек күргәнең бармы?

– Сүплек? Ю-юҡ! Бер ҡайҙа ла күрмәнем. Бында тик сәскәлек, шундай хуш еҫле ялан, ҡоштар һайрай, – тип ҡыуанып һөйләгән бал ҡорто.

Был хикмәтле хикәйәттән нимә аңланығыҙ? Тимәк, һәр кем тирә-яғын үҙенсә күрә, үҙенсә аңлата. Дуҫтарҙы, юлдаштарҙы шуға ҡарап һайларға кәрәк икән...

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: