Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2022, 16:45

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре каникулға сыҡмай

21 марттан 8 апрелгә тиклем республикабыҙҙа  «Иғтибар – балалар!» иҫкәртеү акцияһы үтәсәк.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре каникулға сыҡмай
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре каникулға сыҡмай

Уға ярашлы, белем биреү ойошмалары уҡытыусылары республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҡыусылар өсөн тематик дәрестәр һәм синыфтан тыш дәрестәр уҙғарасаҡ, йәш хәрәкәт инспекторҙары отрядтары ағзалары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы асыҡлау маҡсатында белем биреү учреждениелары янындағы иҫкәртеү рейдтарында ҡатнашасаҡ. Берҙәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре көнөндә – 24 мартта  барлыҡ белем биреү учреждениеларында иҫкәртеү дәрестәре, хәүефһеҙлек марафондары, акциялар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм нығытыу буйынса квестар ойоштороласаҡ.

Яҙғы каникул алдынан һәм уның барышында барлыҡ республика уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәр ата-әсәләре  менән бергә «Яҙҙы ҡағиҙәләр буйынса ҡаршыла!» флешмобында, «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре: ҡағиҙәләр! Балалар! Юл!» фотомарафонында ҡатнашырға ла саҡырыла.

Оҙаҡламай мәктәп уҡыусыларына каникул башланһа ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре каникулға сыҡмай икәнен онотмаһағыҙ ине. Һаҡлағанды Хоҙай үҙе һаҡлар, тиҙәр. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: