Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2022, 17:22

Юл фажиғәләре - 19 март

Кисә республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, алты кеше йәрәхәтләнгән, 41 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 19 март
Юл фажиғәләре - 19 март

Төн уртаһында Өфөнөң Жуков урамында 53 йәшлек ир "Chevrolet Niva" машинаһында тәүҙә ҡаршы килгән "Kio Rio", шунан "Daewoo Nexia" машинаһы менән бәрелешә. Аварияла "Daewoo"ның 32 йәшлек водителе йәрәхәтләнеп, госпиталгә оҙатылған. "Chevrolet Niva" водителенең эсеп алғаны билдәле (тикшереү уның ҡанында  0.612 мг алкоголь булыуын күрһәткән).

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 19 март
Юл фажиғәләре - 19 март
Юл фажиғәләре - 19 март
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: