Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан, Республика табип-физкультура диспансерынан, Өфөнөң 5-се һәм 13-сө ҡала дауаханаларынан, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһынан, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһынан, Баҡалы һәм Туймазы үҙәк район дауаханаларынан ун табип һәм өс шәфҡәт туташы эшләй.
Уларҙың барыһы ла үҙ теләге менән сирлеләрҙе һәм яраланған яугирҙәрҙе дауаларға барған. Табиптар араһында иң кәрәкле белгестәр - нейрохирург, отоларингологтар, хирургтар, анестезиологтар, эндоскопистар.
Радий Хәбиров Башҡортостан табиптарына уларҙың гражданлыҡ позицияһы һәм хеҙмәттәштәренә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
- Беҙҙең табиптар һәм шәфҡәт туташтары үҙҙәренең табип бурысын иң ҡатмарлы шарттарҙа башҡарған һәм өлгө алырлыҡ ҡыйыу кешеләр икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы, - тине төбәк етәксеһе. - Мин һәр ваҡыт Донецк халыҡ республикаһы Башлығы Денис Владимирович Пушилинға, килер бер көн - беҙ һеҙгә яңы тормош ҡорорға ярҙамға киләсәкбеҙ, тип әйтә торғайным. Һәм бөгөн беҙ Донецк ҡалаһына ҙур делегация менән килдек. Иҡтисад, ауыл хужалығы, ғилми-техник һәм мәғариф өлкәләрендә бергә эшләй торған эш пландарыбыҙ ҙур. Беҙ тыныс тормош ҡорорға теләйбеҙ.
Башҡортостан Башлығы Донецк милли медицина университеты ректоры Григорий Игнатенко менән Донбасс медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Донъялар тынысайғас, Донецк халыҡ республикаһы менән Башҡортостан табиптары үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыр, берлектә операциялар үткәрер, тигән ышаныс белдерҙе Радий Хәбиров.
- Һигеҙ йыл буйына беҙ Рәсәйҙән ярҙам тоябыҙ. Ошо арҡала ғына Донбасс туғандар ҡәберлегенә әйләнмәгән. Беҙ Шайморатов генералдың һәм башҡорт кавалерияһының батырлығын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Беҙ Рәсәй табиптарына, шул иҫәптән ярҙам итергә килгән Башҡортостан табиптарына ла, ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Донецк медицина университеты ректоры Григорий Игнатенко.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.