Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2022, 10:30

«Олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын, традицияларын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ»

Отставкалағы юстиция полковнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Виктор Гурьев –  Афғанстандағы ҡан-ҡойошто үҙ күҙҙәре менән күргән кеше.  

«Олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын, традицияларын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ»
«Олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын, традицияларын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ»

– Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулды.  Был халыҡтың дөрөҫ ҡарары. Әгәр ҙә был эш башҡарылмаһа, Ҡырым икенсе Донбасҡа әүерелер ине. Донбаста һигеҙ йыл һуғыш бара, тыныс кешеләр, бәләкәй балалар үлә. Атыш бер ваҡытта ла туҡтамай, 14 меңдән ашыу тыныс халыҡ һәләк булған. Кешеләр подвалдарҙа йәшәй, һәр ваҡыт  артиллерия утына тотола. Нимә өсөн? Ата-бабаларының ҡанундары буйынса йәшәргә, туған телдә һөйләшергә теләгәндәре өсөн.

Мин үҙем Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаштым, яҡын дуҫтарымды юғалттым, үҙем яраландым. Беҙҙең һалдаттарыбыҙ һәм офицерҙарыбыҙ илебеҙ алдына ҡуйылған бурысты намыҫлы үтәне.

Беҙ, афған яугирҙары, Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын, традицияларын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Рәсәйҙең күп милләтле халҡы һәр ваҡыт  ауыр минуттарҙа берҙәм булды. Берҙәм булғанда беҙ көслөбөҙ, – тине  Виктор Михайлович концерт-митингта. Ул республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: