19 мартҡа ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә республикала 902 кешенең ковид менән ауырыуы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып дөйөм ауырыусылар һаны 268 472 кешегә етте. Шуларҙың 243479-ы ауырыуҙы имен-һау үткәрҙе, шул иҫәптән 2511 кеше үткән тәүлектә һауығыусылар сафын тулыландырҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сир тағы 16 кешенең ғүмерен өҙҙө. Бөтәһе республикала 5454 кеше ковид ҡорбаны булды.
Яңы коронавирус инфекцияһынынан вакцинаның тәүге компонентын 2 504 891 кеше эшләтте, 2 375 162 кеше тулыһынса вакциналанды.
Фото:Т.Аманов.