РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡушыуы буйынса БДМУ табиптарынан мультидисциплинар бригада төҙөлдө һәм улар ошо көндәрҙә Алтай крайының дауалау учреждениеларында эш башлай. Унда беҙҙең табиптар ковид менән ауырыусы пациенттарға ярҙам итә.
Бригада составына анестезиолог-реаниматологтар, инфекционист һәм терапевтар ингән. Уларҙың барыһының да республиканың инфекция госпиталдәрендә һәм күсмә бригадалар составында эшләү тәжрибәһе бар. Төркөмдө тәжрибәле табип, БДМУ-ның анестезиология һәм реанимация кафедраһы мөдире Илдар Лотфрахманеов етәкләй.
Беҙҙең табиптар Алтайҙа ике аҙна эшләйәсәк. Быйыл БДМУ вәкилдәре Рязань өлкәһе менән Ҡарасай-Черкес Республикаһында эшләп ҡайтты ла инде.
Фото:Башинформ.