Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2022, 17:32

Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ

Йыл башынан алып республикала 17 баланы машина бәрҙереп киткән. Ете аварияла балалар үҙҙәре ғәйепле, ҡалған осраҡтарҙа ғәйеп водителдәрҙә. Анализ күрһәтеүенсә, күпселектә 7-10 йәшлек балалар машина тәгәрмәстәре аҫтына эләгә, һәр дүртенсе осраҡта балалар йәйәүлеләр үткәүеле аша түгел, ә ҡайҙан теләй - шул тирәнән юл аша сығып барған булған. 

Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ
Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе балаларға ҡарата үтә иғтибарлы булырға саҡыра. Айырыуса насар һауа шарттарында һәм тәүлектең ҡараңғы ваҡытында һаҡ булырға кәрәк. Йәйәүлеләр үткәүелдәре алдынан, мәктәп, балалар баҡсалары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары эргәһендә тиҙлекте кәметегеҙ. 

Хөрмәтле ата-әсәләр: балаларҙың кейемендә, рюкзагында мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: