Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2022, 19:31

1 апрелдән пенсия арта

1 апрелдән социаль пенсия алыусыларҙың пенсияһы индексацияланасаҡ.  2022 йылда ул 8,6 процент тәшкил итә.   

1 апрелдән пенсия арта
1 апрелдән пенсия арта

 

Пенсияларҙы индексациялау өсөн йыл аҙағына тиклем  федераль бюджеттан   33,7 млрд  һум аҡса бүленәсәк.

РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда социаль пенсияларҙы индексациялау 7,7 процент кимәлендә  ҡаралған.  Әммә 2021 йылда  ҡабул ителгән йәшәү минимумын һәм страховка пенсияларын 8,6 процентҡа тиклем индексациялау тураһында Рәсәй президентының  ҡарарын иҫәпкә алып,  социаль пенсиялар 2022 йылдың 1 апреленән шулай уҡ 8,6 процентҡа индексациялана.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: