Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 17:11

Юл фажиғәләре - 18 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше йәрәхәтләнгән, 53 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 18 март
Юл фажиғәләре - 18 март

Баш ҡалабыҙҙа «Lexus RX-350» водителе 1949 йылғы ҡатынды тапаған. Йәйәүле үлемесле яраларҙан дауаханала йән биргән.

Благовар районында дүрт транспорт сараһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: М5 "Урал" автомобиль юлының 1377-се саҡрымында "Nissan Murano", "Volkswagen Polo" һәм "Mercedes-Benz" менән "Газель" машиналары бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ике бәлиғ булмаған бала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Әле тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: