Яңы фельдшер-акушер пунктына бөтә коммуникациялар үткәрелгән. Унда мотлаҡ тейешле кабинеттарҙан тыш аптека ла буласаҡ. Фельдшер-акушер пунктында 29 йыл хеҙмәт стажы булған Алһыу Нәзим ҡыҙы Ҡәләмова эшләйәсәк.
Былтыр Башҡортостанда 73 - модулле, һигеҙ капиталь фельдшер-акушер пункты астыҡ. 2022 йылда тағы ла 44 модулле ФАП төҙөйәсәкбеҙ, тип белдерҙе республика Башлығы.
Уларҙы киләсәктә электрокардиографтар менән дә йыһазландырасаҡтар, ЭКГ мәғлүмәттәре туранан-тура республика кардиоүҙәгенә ебәреләсәк, был диагностика ваҡытын ҡыҫҡартып, халыҡ медицина ярҙамын ваҡытында аласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.