Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 21:09

Ут ғаиләне өйһөҙ ҡалдырған

Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында көндөҙгө сәғәт өстә янғын сыҡҡан. Ауылдың Зәки Вәлиди урамына шунда уҡ РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, Байназар ауыл советының ирекле янғын командалары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.  

Ут ғаиләне өйһөҙ ҡалдырған
Ут ғаиләне өйһөҙ ҡалдырған

Өйҙә күп балалы ғаилә йәшәгән (балалар 14, 11, 8 һәм 7 йәштә). Әлеге ваҡытта ғаилә туғандарында.

Ут һүндерелгән.

Янғын урынында РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән һаҡ булығыҙ!

Янғын сыҡһа 101 һәм 112 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: