Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 13:58

Ташҡынға әҙерлек

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфө районында урынлашҡан баҡсасылар ширҡәте рәйестәре, Таптыҡ ауыл советы халҡы менән осрашыуҙар үткәрҙе. Көн үҙәгендә - яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләләре.

Ташҡынға әҙерлек
Ташҡынға әҙерлек

Инспекторҙар ташҡын мәлендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үткәрҙе.

Яҙын алыҫтағы һыу ятҡылыҡтарына сығырға, боҙ тығылған урында йылғаға яҡын барырға, яры йыуылған һәм емерелеүе ихтимал урындарҙа йылғаға яҡын торорға, күперҙәрҙә, быуалар янында йыйылырға, ярҙан боҙҙарҙы этәрергә, йылғаның йәки һыу ятҡылығының тәрәнлеген үлсәргә, боҙ буйлап йөрөргә, боҙ буйлап шыуырға ярамай.
 
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлаясаҡ, авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә эште ҡатмарлаштырмаясаҡ.

Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: