Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 14:12

Республика Премьер-министры Андрей Назаров күп функциялы үҙәктең эшен тикшерҙе

Республика Премьер-министры Андрей Назаров күп функциялы үҙәккә барып, бизнесҡа хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын тикшерҙе. Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Республика Премьер-министры Андрей Назаров күп функциялы үҙәктең эшен тикшерҙе
Республика Премьер-министры Андрей Назаров күп функциялы үҙәктең эшен тикшерҙе

"Бында эшҡыуарҙарға консультациялар биреү өсөн өҫтәмә тәҙрә асылған. Консультанттарға һорауҙар биреп, ярҙам алырға килгән эшҡыуар менән аралаштым. Дөйөм алғанда, эш яйға һалынған, ләкин ул тағы ла һөҙөмтәлерәк була ала, - тип яҙҙы Андрей Назаров. - Беҙ бизнес проблемаларын беләбеҙ, уларҙы хәл итергә ярҙам итәбеҙ. Күп функциялы үҙәк офистарында 62 төр ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр. Сетерекле мәсьәлә буйынса республика һәм төбәк ведомстволары менән берлектә эш итергә тейештәр. Шуға күрә эшҡыуарҙарҙың һорауы яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, проблемалары һәр саҡ хәл ителер, тип ышанам".

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: