2021 йылда Рәсәй Юристар ассоциацияһының ете яңы бүлексәһе асылған, 12 бушлай юридик ярҙам үҙәктәре ойошторолған.
"2022 йылда, ассоциация 15 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, беҙ Рәсәй Юристар ассоциацияһы бүлексәләрен бөтә муниципалитеттарҙа ла асырға планлаштырабыҙ. Был һәр Башҡортостан кешеһенә йәшәгән урынында квалификациялы бушлай юридик ярҙам алырға мөмкинлек бирәсәк ", - тине Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина.
Эшлекле һәм профессиональ юристар халыҡҡа етди хоҡуҡи мәсьәләләрҙә ярҙам итергә әҙер. Киләһе аҙнала ассоциацияның урындағы бүлексәләре шулай уҡ Ҡыйғы һәм Дыуан райондарында асыласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.