Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 10:50

Көн торошо

Башгидрометүҙәк һауа торошо үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

19 һәм 20 мартта, ҡар яуыуы, температураның күтәрелеүе, 21 мартта буран сығыуы, ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар йәбешеүе көтөлә.

Һауа температураһы, метеорологтар мәғлүмәте буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе - 9-14, аяҙытҡанда 18-23 градус һалҡын. Көндөҙ 0-5 градус һалҡын.

21 мартта елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, көрт һалыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә - 3-8 градус, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 2 градус йылынан 3 градусҡаса һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: