- Бөгөн бында һеҙҙең арағыҙҙа булып, бәхет йәштәре күңелемде быуа. Республикағыҙға балаларыбыҙҙың килеүе ҙур бәхет. Бер нисә йыл дауамында ярҙам иткән һоҡланғыс кешеләрҙе күрҙек. Рәсәй, башҡорт халҡы, Радий Фәрит улының шәхси ярҙамы менән бөгөн беҙ бында килә алдыҡ. Балаларыбыҙ ҙа бер аҙ тыныс тормош күрһен ине. Был ҡурҡыныс хәлдәр һигеҙ йыл буйы дауам итә: балаларҙың ғүмере өҙөлә, бушаған өйҙәр, ерҙә емереклек.
Беҙҙең хәлгә битараф ҡалмай, Башҡортостан халҡы күтәреп алып, беҙгә ярҙам ебәргәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. 2015 йылдан башлап беҙгә даими ярҙам күрһәтелә. Тыныс күк йөҙөнә, һуғыштың тиҙҙән тамамланыуына һәм еңеүгә ышанабыҙ», – тине Гөлназ Камил ҡыҙы.
Әйткәндәй, Петровское ҡалаһынан 30 бала «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял итә. Улар өсөн мауыҡтырғыс саралар әҙерләнгән, һаулығын да нығытасаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.