Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 11:29

«Беҙҙең быуын – һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы»

Башҡортостандың  "Чернобыль" инвалидтар һәм ветерандар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гүзәлиә Михеева үҙ фекерен белдерҙе. 

«Беҙҙең быуын – һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы»
«Беҙҙең быуын – һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы»

– Беҙҙең быуын –  һәр ваҡыт  ғәҙеллек яҡлы, шуға митинг-концерттан ситтә ҡала алманыҡ.  Һигеҙ йыл буйына дауам иткән мәхшәр, мыҫҡыллауға дусар булғандар өсөн бик ҡайғырҙыҡ. Кешеләр бомба аҫтында ултыра: унда балалар ҙа булыуы бик ҡыҙғаныс.

Беҙҙең ойошма ағзалары президентыбыҙ Владимир Путиндың яуаплы ҡарар ҡабул итеүе менән тулыһынса килешә. Ошондай мәлдә башҡаса эш итеү мөмкин дә булмаҫ ине. Барыһы ла дөрөҫ эшләнгән.

Украинала ғына түгел, бөтә донъяла  кешеләрҙең ирекле, тыныс йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Беҙ Луганск һәм Донеск халыҡ республикаларын, шулай уҡ Рәсәй һәм илебеҙ Башҡортостанды яҡлауҙа ҡатнашҡан егеттәребеҙ өсөн дә борсолабыҙ.

Концерт-митингтан яҡшы тәьҫораттар алдыҡ. Күпме кеше килгән ине: йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә битараф ҡалмаған. Был сара халыҡтарҙың берҙәмлеген, дуҫлығын да күрһәтте. Барыһына ла һаулыҡ, илебеҙҙә тыныслыҡ булыуын теләйбеҙ, – тине Гүзәлиә Рифҡәт ҡыҙы.

                                                                           

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: