Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 17:42

Башҡортостандан Әзербайжанға 14 тоннаға яҡын күркә ите ебәрелгән

"Индюшкин" бренды аҫтында баҙарҙа сығыш яһаған күркә ите продукцияһын етештереүсе-эшкәртеүсе предприятие сит ил баҙарҙарын әүҙем үҙләштерә. Марттың тәүге көндәрендә мәләүездәр Әзербайжанға продукцияның сираттағы партияһын оҙатты.

Башҡортостандан Әзербайжанға 14 тоннаға яҡын күркә ите ебәрелгән
Башҡортостандан Әзербайжанға 14 тоннаға яҡын күркә ите ебәрелгән

Әзербайжан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек төрлө йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешә. Экспорт ҡеүәтен үҫтереү - өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Беҙҙең төбәк өсөн традицион тармаҡтарҙа күрһәткестәребеҙ һәр ваҡыт юғары, ил эсендә генә түгел, сит илдәрҙә лә продукциябыҙ менән халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ит продукцияһы өлгөләрен тейәп оҙатыу алдынан Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығы белгестәре лабораторияла тикшергән.

- Беҙҙең продукция Белоруссияға, Әрмәнстанға китә. Сәғүд Ғәрәбстанында ла һатырға ниәтләйбеҙ. Беҙ экспортҡа йүнәлеш алған предприятие булырға тырышабыҙ, шуға ла һәр ваҡыт сифат өҫтөндә эшләйбеҙ, - тип билдәләне "УРАЛ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Геннадий Бондарь.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: