Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 11:46

«Балаларыбыҙ аҙ булһа ла тыныс тормошто күрер»

Өфөлә уҙған митинг-концертҡа Шайморатовтың һуңғы төйәгенән килделәр.

«Балаларыбыҙ аҙ булһа ла тыныс тормошто күрер»
«Балаларыбыҙ аҙ булһа ла тыныс тормошто күрер»

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» митинг-концертында Петровское ҡалаһынан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры Гөлназ Серова сығыш яһаны. Ул Башҡортостан халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Беҙҙең балалар өсөн һеҙҙең республикаға килеү, оҙаҡ йылдар беҙгә ярҙам иткән изге кешеләрҙе йөҙгә күреү оло бәхет. Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселегенә, шәхсән Радий Фәрит улына рәхмәт. Балаларыбыҙ бер аҙ булһа ла тыныс тормошто күрә, ҡыуана. Луганскиҙа һигеҙ йыл буйы һуғыш тынмай, балалар һәләк була, йорттар емерелә. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙҙы, гуманитар йөк даими килеп тора. Ошоноң өсөн Донецк һәм Луганск республикалары халҡы исеменән барығыҙға ла ҙур рәхмәт әйтәм. Операция тиҙерәк уңышлы тамамланыр һәм тыныслыҡ урынлашыр тип ышанабыҙ», - тип белдерҙе Гөлназ Серова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна башында республикаға Радий Хәбиров саҡырыуы буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәптән 30 уҡыусы беҙгә каникулға килде. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: