Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 16:16

Юл фажиғәләре - 17 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, дүрт кеше йәрәхәтләнгән, 19 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 17 март
Юл фажиғәләре - 17 март

Кисә иртән Өфөнөң Менделеев урамында 71 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2114 " машинаһы менән "ПАЗ" пассажир автобусы бәрелешкән.

Еңел автомобиль водителе медицина учреждениеһына алып китеп барғанда йән биргән.

Автобустың 37 йәшлек пассажирына медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Авария буйынса тикшереү бара. Водителдең үлем сәбәбен суд-медицина экспертизаһы билдәләй.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в