Медицина программаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ул йөклөлөк буйынса ике ҡатын-ҡыҙ консультацияһында күҙәтеүҙә тороуы асыҡланған. Бынан тыш, уның шәхси мәғлүмәттәрендә бер нисә етди ауырыу күрһәтелгән, шулай уҡ төрлө медицина учреждениеларына күпләп йөрөүе теркәлгән.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, программала техник өҙөклөк булған, хәҙер белгестәр хатаны тикшерә. Ведомствола билдәләүҙәренсә, хәл киң таралмаған. «Пациент менән һөйләштек, үҙ-ара аңлаштыҡ. Рәсәй медицина мәғлүмәт системаһының дәүләт мәғлүмәт системаһына техник ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенә хәлде төҙәтеү һәм булмағандарҙы алып ташлау үтенесе менән мөрәжәғәт иттек», - тип аңлатма бирелә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Т. АМАНОВ.