Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 10:10

Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!

Бөгөн, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулған көндә, Өфөлә ҙур митинг-концерт ойошторола.

Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!
Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! Президент өсөн!

Бөгөн Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл. 2014 йылдың тап ошо көнөндә Ҡырымдағы һәм Севастополдәге бөтә халыҡ референдумы һөҙөмтәләре буйынса тарихи ерҙәребеҙ ҡайтарылды.

Бына ошондай әһәмиәтле көндә Өфөлә ҙур митинг-концерт ойошторола. Ул Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәрен яҡлауға, унда барған махсус хәрби операцияны хуплауға арналған. Сара «Тыныслыҡ өсөн!», «Рәсәй өсөн!», «Президент өсөн» лозунгтары аҫтында үтәсәк. Унда билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә. Тамашасыларға шулай уҡ Elvin Grey һәм «Город 312» төркөмө ҡатнашлығында сағыу концерт тәҡдим ителәсәк. 

Митинг-концерт төшкө сәғәт икелә башлана. Урыны: «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙан.

Башҡортостан халҡы митинг-концертты зәңгәр экарандарҙан ҡарай ала. БЮТ каналы трансляция ойоштора. Бынан тыш, ул «Башҡортостан 24», «Сәләм» каналдарында һәм социаль селтәрҙә күрһәтеләсәк. Башланыу ваҡыты: 13:55.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: