Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 17:44

Тәүлек эсендә муттар 11 кешене алдаған

Архангел районында йәшәүсе 53 йәшлек ҡатын инвестиция компанияһына байтаҡ аҡса һалып, уны кире ҡайтара алмай. Ә бер аҙҙан уға "юрист" шылтыратып, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға ярҙам итәм, тип ҡыуандыра. Бының өсөн ни бары 330 мең һум һорай. Ҡатын аҡса күсереү менән "юрист" юғала.  Бер тапҡыр алданғас, һабаҡ булманымы ни икән?

Тәүлек эсендә муттар 11 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 11 кешене алдаған

Благовар районында 69 йәшлек пенсионер банкыларҙың берләштерелгән сайтында 300 мең һум кредит алыуға ғариза ҡалдырған. Бер аҙҙан уға банктарҙың береһенең "хеҙмәткәре" шылтыратып, кредитты түбән процент менән алыу мөмкинлеге тураһында һөйләп, уны алыр өсөн мотлаҡ страховка хаҡын түләргә кәрәклеген хәбәр итә. Пенсионер ул әйткән иҫәпкә 41 мең һум аҡсаһын күсерә, ләкин үҙенең иҫәбендә кредит суммаһын күрмәй... Шул саҡта ғына ул мутлашыусылар тоҙағына эләккәнен аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: