Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 15:24

«Шайморатов тоҡомдары сигенмәй!»

Әлеге минуттарҙа Өфөлә барған митинг-концертта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһай.

«Шайморатов тоҡомдары сигенмәй!»
«Шайморатов тоҡомдары сигенмәй!»

Бөгөн Өфөлә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙе яҡлауға, унда барған махсус хәрби операцияны хуплауға арналған ҙур митинг-концерт ойошторола. Сара «Тыныслыҡ өсөн!», «Рәсәй өсөн!», «Президент өсөн» лозунгтары аҫтында үтә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

«Бөгөн бөтә республика менән ошонда йыйылдыҡ. Төрлө йәштәге, төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре Рәсәй Президентын ҡеүәтләү өсөн килгән. Тыуған еренә һөйөүен, тоғролоғон белдерергә теләгәндәр, берҙәмлек һәм тыныслыҡ өсөн янып көйөүселәр - барыһы ла бында. Бөгөн Украина биләмәһендә беҙҙең егеттәр көрәшә. Улар суверенитетыбыҙҙы, беҙҙең киләсәгебеҙҙе, Луганск һәм Донецк республикаларында йәшәүселәрҙе яҡлап бандеровсыларға ҡаршы тора. Оло ҡаһарманлыҡ һәм геройлыҡ күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар бар. Башҡортостан үҙ геройҙарын онотмаясаҡ һәм, әлбиттә, яҡындарын һәм туғандарын яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Шайморатов тоҡомдары сигенмәй!», - тине республика етәксеһе.


Фото: Юлай Кәримов.

#Zабашкортостан #ZаРоссию #ZаРодину

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: