Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 22:09

Сәләхтә — яңы медицина пункты

Бөгөн Йылайыр районы Сәләх ауылында яңы фельдшер-акушер  пункты асылды.

Сәләхтә —  яңы медицина пункты
Сәләхтә — яңы медицина пункты

Яҡты, йылы,  заман талаптарына һәм бөтә санитар нормаларға яуап биргән, кәрәкле йыһаздар һәм медицина ҡоралдары менән йыһазландырылған медицина пункты пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Бында халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Фельдшер бүлмәһе, пациенттарҙы тәүге тикшереү үткәреү, процедура бүлмәләре, хужалыҡ блогы, пациенттарға  көтөп ултырыу урыны бар.

 Яңы ФАП  өс ауыл – Сәләх, Ҡәнзәфәр һәм Новопреображенск  халҡын хеҙмәтләндерәсәк. 30 йыл хеҙмәт стажы булған фельдшер  Гүзәл Солтанова  ла күптән халыҡтың яратҡан табибына әүерелгән.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: