Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 16:10

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

 11-17 мартта Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, өс кеше йәрәхәтләнгән.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1200-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 547 протокол төҙөгән:

21 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

47 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

5 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

30 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

5 водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән һ.б. 


Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: