“Рәсәйҙә эҙәрмәнәдәр хәрәкәте”нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе советы рәйесе Владимир Волков:
— Башҡортостан эҙәрмәндәре Ҡырым Республикаһы менән 2014 йылдан алып эшләй. Әммә Ҡырым менән Рәсәй берләшкәндән һуң эш яңы сифатлы кимәлгә күсте – Белогорск районында вахталар үткәрәбеҙ, Ҡырым эҙәрмәндәре беҙгә килә, бергәләп проекттар эшләйбеҙ... Шунлыҡтан 18 март беҙҙең өсөн календарҙағы көн генә түгел, был көндә беҙгә элекке дуҫтарыбыҙ ҡайтты. Юҡҡа ғына Ирәмәлде һайламаныҡ, бер аҙнанан бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кавказ өсөн көрәштең 80 йыллығына арналған төбәк-ара хәрби-спорт фестивале старт ала.