Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 18:14

Эскелектән енәйәткә бер аҙым

24 йәшлек егет интернетта, танышыуҙар сайтында, бер ҡыҙ менән танышып, айҙан ашыу яҙышҡандар. Ҡыҙ яңы танышын күрешергә үҙенә саҡырғас, егет ҡунаҡҡа буш ҡул бармай, күстәнәскә спиртлы эсемлек алған. Бер аҙҙан фатирға тағы ике егет - ҡыҙҙың элекке таныштары килеп ингән. Ҡыҙ егеттәргә "Дөрөҫлөк йәки ғәмәл" тип аталған уйын уйнарға тәҡдим иткән. Уйын барышында егеттәр араһында конфликт тыуып, 24 йәшлек егеттең телефонын талап алғандар, онлайн банк ҡушымтаһы аша аҡсаһын ҡыҙҙың иҫәбенә күсергәндәр. Туҡмалған егет уларҙан ҡасып, өсөнсө ҡаттан урамға һикерергә мәжбүр булған.

Эскелектән енәйәткә бер аҙым
Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән өс кеше ҡулға алынған. Бынан алда хөкөм ителгән 22 һәм 23 йәшлек егеттәр Благовещен ҡалаһынан. Әлеге ваҡытта полиция ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Тәфтиш органдары ошо осраҡ буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Эскелектән енәйәткә бер аҙым
Эскелектән енәйәткә бер аҙым
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: