Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 12:34

Дуҫтар! Ҡышһылыу өсөн тауыш бирегеҙ!

Былтырғы кеүек быйыл да "Йәшлек" гүзәле" конкурсында йыл миҙгеле һылыуҡайҙары - Ҡышһылыу, Яҙһылыу, Йәйһылыу һәм Көҙһылыу билдәләнәсәк.

Дуҫтар! Ҡышһылыу өсөн тауыш бирегеҙ!
Дуҫтар! Ҡышһылыу өсөн тауыш бирегеҙ!

Йыл аҙағында дөйөм нәтижә яһағанда номинацияларға шул миҙгелбикәләр ҡуйыласаҡ, бер юлы тамашасы һайлауы урыны буласаҡ. Әлегә ғинуар башынан сыҡҡан дүрт ҡыҙ: Нурзилә Ҡолғарина, Лиза Моратова, Нәргизә Сәлимова, Наҙгөл Нурасова араһында Ҡыш һылыуын билдәләйбеҙ.

Бының өсөн:


- "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә ҡушылырға, һылтанмаһы - https://vk.com/yeshlek_gazite;
- Яҙманы лайҡылдап дуҫтарға һөйләргә - репост яһарға;
- Ошо һылтанма буйынса үтеп, үҙегеҙгә оҡшаған һылыуҡайға тауыш бирергә кәрәк.

https://vk.com/app7198399_-35065816#poll623430fb7d582d264ca3400c

Ҡышһылыуҙы билдәләү бөгөндән, йәғни 18 марттан 28 мартҡа тиклем барасаҡ. Иң күп тауыш биргән ҡыҙ Ҡыш һылыуы тип һайланасаҡ.

Оҡшаған ҡыҙҙы һайлағанда төркөмгә ҡушылыу мотлаҡ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: