«Барығыҙ ҙа күрәһегеҙ, сәхнә артына колонна теҙелгән. Тап ошо минуттарҙа был конвой Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ҡуҙғала. Унда беҙҙең ярҙамды көтәләр. Сөнки беләләр – Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай. Мин колоннаға хәйерле юл теләйем. Башҡортостандан туғандаш Донбасҡа», - тине сәхнәнән Радий Хәбиров.
Был ярҙамды бөтә Башҡортостан халҡы тупланы. Гуманитар ярҙамға 800 килограмм башҡорт балы, мәктәп кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары, иң кәрәкле тауарҙар һәм төҙөлөш материалдары тейәлгән. Гуманитар ярҙам 96,4 тонна тарта, уны 6 йөк машинаһы алып барасаҡ. Икенсе гуманитар операцияны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 һәм 8 мартта Донбасҡа республика халҡынан 150 тонна гуманитар ярҙам еткерелгәйне.
Фото: Юлай Кәримов.