Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 11:21

Бөгөн – Бөтә донъя йоҡо көнө

Был датаны иң тәүҙә 2008 йылда Халыҡ-ара йоҡо медицинаһы ассоциацияһы башланғысы менән үткәргәндәр. Шунан башлап, һәр йыл марттың өсөнсөһө йомаһында, көн менән төндөң тигеҙләшкән көнөнән алдараҡ билдәләйҙәр.

Бөгөн – Бөтә донъя йоҡо көнө
Бөгөн – Бөтә донъя йоҡо көнө

Йоҡо организм өсөн бик мөһим. Йоҡлағанда беҙ көсөбөҙҙө тергеҙәбеҙ, арығанлығыбыҙҙы бөтөрәбеҙ, балалар хатта йоҡлап үҫә.

Дөрөҫ туҡланыу, көн тәртибен уңайлы итеп ҡуйыу, йоҡоға етерлек ваҡыт ҡалдырыу – һаулыҡ өсөн файҙалы һәм кәрәкле талаптар.

Кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә. Йоҡо туймаһа, ауырыу һымай йөрөйһөң.

Йоҡоһоҙлоҡтан интегеү ҙә – сиргә тиң.

Насар йоҡо, медиктар әйтеүенсә, инсульт, инфаркт һәм башҡа етди сирҙәргә килтереүе ихтимал.

Шуныһы ла бар: оҙаҡ йоҡлау ҙа зыянлы. Ғалимдар, өлкән кешегә уртаса 7 – 8 сәғәт йоҡо кәрәк, ти. Берәүҙәре, ҡатын-ҡыҙға өҫтәмә бер сәғәт йоҡо булһа, арыу, ти. Сөнки гүзәл зат тойғолораҡ. Балаларға иһә 10 сәғәт йоҡо яҡшы.

Бөгөн – Бөтә донъя йоҡо көнө
Бөгөн – Бөтә донъя йоҡо көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: