Бөгөн Өфөлә Украиналағы махсус хәрби операцияны ҡеүәтләп патриотик автоуҙыш ойошторолдо. Бер саҡрымға һуҙылған колонна «Нефтсе» стадионынан юл алып, Октябрь проспекты, Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Зәки Вәлиди, Яр буйы, Генерал-губернатор Перовский урамдары буйлап Өфө амфитеатрына тиклем килеп етте.
Сарала республикабыҙҙың бөтә райондары һәм ҡалаларынан патриот, йәштәр, спорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ҡатнашыусылар араһында Әлшәй районынан Сергей Нагаец автоуҙышта ҡатнашыуҙы мөһим бурыс тип иҫәпләй.
«Мин таджик-афған сигендә 22 йыл хеҙмәт иттем, шуның 4 йылы Афғанстанда үтте. Ул ваҡытта беҙҙең өсөн ил халҡының беҙгә терәк булыуы, хуплауы бик мөһим ине. Хәҙер был ярҙам Украиналағы һалдаттарға кәрәк. Беҙҙең терәк-таянысты тойһондар, был беҙҙең өсөн дә мөһим», — ти ир уҙаманы.
Әлеге ваҡытта автоуҙыш ҡатнашыусылары митинг-концертҡа ҡушылды.