Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 09:12

Һарыҡ аҫрау ҙа килемле

Бөгөн фермерлыҡ - эшҡыуарлыҡтың иң перспективалы йүнәлештәренең береһе.

Һарыҡ аҫрау ҙа килемле
Һарыҡ аҫрау ҙа килемле
Миләүшә Аманова шәхси эшҡыуар булараҡ эшмәкәрлеген 2020 йылда теркәткән. Ул һарыу аҫрау, үрсетеү менән шөғөлләнә. Был йорт хайуаны йөн дә бирә, ит тә, тире лә, курдюк майы ла, ланолин да.
Фермерҙа дүрт кеше эшләй. Әгәр ҙә ике йыл элек 37 баш мал аҫралһа, хәҙер 60-тан ашыу. Һарыҡ Ҡорбан байрамы алдынан айырыуса яҡшы һатыла.
Һәр эшҡыуар кеүек Аманованың да проблемалары килеп тыуа, әммә Сибай ҡала округы хакимиәте булышлығында мәсьәләләрҙе хәл итеп була. Төбәктә эшҡыуарҙарға ярҙам программаһы ла эшләй. Бынан тыш, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса ярҙам саралары бар.
Фото: Сибай ҡала хакимиәтенән.
 
 
Һарыҡ аҫрау ҙа килемле
Һарыҡ аҫрау ҙа килемле
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: