Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2022, 12:52

“Агростартап” грантына ғаризалар ҡабул ителә башлай

Конкурсҡа ғаризалар Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә.

“Агростартап” грантына ғаризалар ҡабул ителә башлай
“Агростартап” грантына ғаризалар ҡабул ителә башлай

Быйыл яңы эш башлаған ауыл эшҡыуарҙары араһында иң популяр программаларҙың береһе – «Агростартап» буйынса грант суммаһы 125,4 миллион һум тәшкил итәсәк.

– Ағымдағы йылда «Агростартап» грантына конкурста ҡатнашыусыларҙың күп булыуы көтөлә. Шуға күрә һайлап алыуҙы үтеү еңел булмаясаҡ. Грантҡа иң әҙерлекле һәм перспективалы проекттары булған дәғүәселәр генә иҫәп тота ала. Улар һөҙөмтәлә төбәктә тулы ҡеүәттә аҙыҡ-түлек етештереүсе буласаҡ, – тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

Конкурста ҡатнашыусылар үҙ проектын комиссия алдында яҡлаясаҡ, уның ултырыштары онлайн режимда күрһәтеләсәк.

Ғаризалар 21 мартта 1 апрелгәсә ҡабул ителә.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы 106-сы йорт.

Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

Ҡатнашыу буйынса шарттар тураһында ошонда белешә алаһығыҙ.

 

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.


“Агростартап” грантына ғаризалар ҡабул ителә башлай
“Агростартап” грантына ғаризалар ҡабул ителә башлай
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: