Уны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә мөмкин. Беренсе синыфҡа ғаризалар ҡабул итеү кампанияһы 5 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
– Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреү - иң ябай һәм уңайлы ысул. Ата-әсәләргә бының өсөн мәктәпкә килергә кәрәкмәйәсәк, ә ҡабул итеү һөҙөмтәһе менән мәғлүмәттәр шәхси кабинетҡа йәки электрон почтаға киләсәк, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
«Балаларҙы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү» электрон хеҙмәтен юллау өсөн ата-әсәйҙең паспорты, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм баланың теркәлеүе тураһында белешмә талап ителә.
1 апрелдән 30 июнгә тиклем – мәктәпкә уҡырға инеү өсөн беренсе этап. Был осорҙа тәү сираттағы йәки өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә, шулай уҡ беркетелгән биләмәлә теркәлгән балаларға ғариза бирәләр.
Икенсе этап буш урындарҙы тултырғанға тиклем 6 июлдән башланып 5 сентябргә тиклем дауам итә. Ул беркетелгән биләмәлә теркәлмәгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Йәғни ошо этап барышында башҡа район мәктәптәренә ғариза бирергә мөмкин.
Мәктәпкә сираттан тыш хәрбиҙәрҙең, полиция хеҙмәткәрҙәренең, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың, һайланған мәктәптә апаһы йәки ағаһы уҡығандар һәм башҡа ташламалы граждандар категорияһындағы балалар ҡабул ителә. Ташламалы шарттарҙа мәктәпкә уҡырға алыу өсөн ғаризаға уҡыусының статусын раҫлаған документтар тапшырыу талап ителә.
Фото: Т. АМАНОВ.