Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 20:37

Янғында ир кеше һәләк булған

Бөгөн таңда Туймазы районының Тимер ауылында йорт янған. Янғынды һүндергәс, 1947 йылғы ирҙең һәләк булыуы асыҡланған.  Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Янғында ир кеше һәләк булған
Янғында ир кеше һәләк булған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ут менән һаҡ булығыҙ, төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, өйҙә тәмәке тартмағыҙ.

Янғын сыҡһа 101 һәм 112 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Янғында ир кеше һәләк булған
Янғында ир кеше һәләк булған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: